Әбйәлилдә Зәбир Хөшшәмов һәм Рафаэль Шәрәфетдинов иҫтәлегенә ат ярышы үтте

Яугирҙар данын һаҡлап. Әбйәлил районы Ташбулат ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Зәбир Хөшшәмов менән Рафаэль Шәрәфетдинов иҫтәлегенә ат ярышы ойошторолдо. Бәйгелә хужаларҙан тыш, Бөрйән, Белорет, Учалы, Баймаҡ, Ейәнсура райондары, шулай уҡ Силәбе өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты.

Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев ат сабышын ойоштороусыларға рәхмәт белдереп ошондай саралар үтеп торһа, геройҙарыбыҙҙың даны мәңге һаҡланыр тип билдәләне. Ташбулаттар ярышҡа бик етди әҙерләнгәйне. Майҙан хужалары тирмә ҡороп, ҡаҙанда былау бешереп, һәр кемде ихлас күңелдән ҡунаҡ итте. Был тәңгәлдә геройҙарҙың яҡындары ла ҙур көс һалғайны.

Ат сабыштары бөтәһе 6 заезда ойошторолдо. Унда, йөрәгендә сәме булған 100-гә яҡын кеше һыбай ҙа, атҡа сана егеп тә ярышты. Мауыҡтырғыс һәм көсөргәнешле бәйге йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә аҡсалата бүләктәр, иҫтәлекле сувенирҙар, миҙал- дипломдар тапшырылды.