Орлоҡ сифатлы булһын.Сәсеү кампанияһы алдынан Башҡоротостан агрономдары 190 мең тоннаға яҡын орлоҡ сифатын тикшерҙе Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Ишембай районы бегестәре Башҡортостандың башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, ужым бойҙайы үҫентеләрен тикшереү һәм орлоҡтарҙы эшкәртеүҙе заманса агротехник ысулдар ҡулланып үткәрә. Сәсеүлектәр торошон баһалауға һәм орлоҡ материалының юғары сифатын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Иген культуралары урып-йыйыуҙан һуң эшкәрткәндә ҡушылмаларҙан таҙартыла, киптерелә һәм сорттарға айырыла. Был этаптар орлоҡтарҙан яҡшы шытым алыу һәм уларҙы яҡшы итеп һаҡлау өсөн мөһим. Орлоҡтар иген таҙартыу машиналары аша үткәрелә. Таҙартыу барышында иген бөртөктәре ике фракцияға бүленә: таҙартылған иген һәм ҡалдыҡтар, ти белгестәр.
Хужалыҡта иген киптереү процессы ла көйлө.Артыҡ киптереү ауырлыҡ юғалтыуға һәм орлоҡтар шытымы насарайыуына килтереүе ихтимал. Дымлылыҡ өлгөләре һыуытыу барабанынан сыҡҡанда алына.
«Льговская 4» сортлы ужым бойҙайы сәселгән баҫыуҙа ҡар ҡаиламы 10 сантиметр. Был майҙансыҡ айырым иғтибар үҙәгендә. Уның торошон тикшереү өсөн белгестәр ерҙе ҡарҙан әрсей, һуңынан үҫентедәр менән бергә туңған тупраҡ өлгөләрен ҡаҙып вла.
Республика баҫыуҙарында ужым культураларының нисек ҡышлауын белгестәр әүҙем тикшерә. Уларҙың яртыһынан күберәге яҡшы хәлдә, тип билдәләй Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге белгестәре. Ҡарлы баҫыуҙарҙан алынған ужым бойҙайы өлгөләре үҫеше артабан лабораторияларҙа күҙәтеләсәк.
Әйҙәүсе агроном Людмила Борисова иһә ауыл хужалығы предприятиеларынан килгән бойҙай, һоло, арпа орлоҡтарын фузариоз һәм гельминтоспориоз кеүек хәүефле бәшмәктәргә тикшерә. Фитоэкспертиза, культура төрөнә ҡарап, яҡынса биш-ун көн дауам итә.
Баҫыуҙа киҫеп алынған ужым бойҙайы монолиты тәүлек эсендә 10 градус йылы бүлмәлә иретелә. Ике аҙна дауамында уға тейешле миҡдарҙа һыу һибелә, артабан белгестәр уның тамыр системаһын анализлай, сирҙәре һәм ҡоротҡостр барлығын асыҡлай. Ҡыш шсорнда белгестәр ошондай ике, ә иртә яҙҙа бер тикшереү уҙғара.
Гүзәл Борханова