Башҡортостан метрология һәм стандартлаштырыу үҙәге мәктәп уҡыусылары өсөн Бөрөгә экскурсия ойошторҙо

Башҡортостан метрология һәм стандартлаштырыу үҙәге мәктәп уҡыусылары өсөн Бөрөгә экскурсия ойошторҙо. Пилот проект буйынса инженер класс уҡыусылары Уйынсыҡтар етештереү заводында сәнәғәт производстовһы менән танышты. Бынан тыш, малай-ҡыҙҙар Бөрөнөң тарихи үҙәгендә музей, сиркәү һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙа булды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Уйынсыҡтар илендә. Буласаҡ инженерҙар Бөрө уйынсыҡ етештереү заводында сәнәғәт циклы менән таныша. Өфөнөң 96-сы лицей уҡыусылары пластмассанан тауар етештереү оҫталығын ҡараны. Предприятие цехтарында 400 төрлө уйынсыҡ сығарыла. Завод эшселәре тауарҙың сифатын, таҙалығын ентекле тикшереп уйынсыҡтарҙы һатыуға оҙата.

1988 йылда асылған заводта канцелярия тауарҙары, уйынсыҡтар, ижад һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн ҡоролмалар етештерелә. Предприятиеға республика тарафынан ярҙам күрһәтелә. Һуңғы биш йылда цехтарға производство ҡоролмаларын һатып алыу өсөн 600 млн һумдан ашыу субсидия бүленгән.

Башҡортостан метрология һәм стандартлаштырыу үҙәге тарафынан ойошторолған экскурсияла балалар ҡыҙыҡлы предпритяите эшмәкәрлеге һәм төрлө һөнәрҙәр менән таныша. Бөрөгә сәйәхәт барышында малай-ҡыҙҙар урындағы тарих музейында булды. Мәктәп уҡыусылары боронғо осорҙан бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған тарихи экспозицияларҙы ҡараны.

Мәктәп уҡыусылары өсөн республиканың башҡа ҡеүәтле предприятиеларына экскурсиялар ойоштороу күҙаллана. Ауыл хужалығы, сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышып балаларҙы эшсе һөнәрҙәр менән яҡындан таныштырыу маҡсаты ҡуйыла. Экскурсия барышында улар тарихи, мәҙәни һәм башҡа иҫтәлекле объекттар менән дә таныша.

Флорида Миһранова