Башҡортостанда «Гризодубова уҡыуҙары» социаль-мәғрифәтселек проектына старт бирелде. Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары союзы ойошторған сара Өфөлә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте.
Валентина Гризодубова легендар летчик, Советтар Союзы Геройы, совет ҡатын-ҡыҙҙарының фашистарға ҡаршы комитетын ойоштороусы. Быйыл был ойошмаға нигеҙ һалыныуға 85 йыл тула. Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары союзы ошо тарихи комитеттың эшен дауам итеүсе булып тора. Ултырышта Башҡортостанда тыуып үҫкән яу һәм тыл ҡаһармандары Мәғүбә Сыртланова, Наталия Ковшова, Банат Батырова, Һылыу Әхмәтова тураһында бай йөкмәткеле докладтар тәҡдим ителде. Уларҙың тормош һәм хеҙмәт юлын тыуған илгә тоғролоҡ, илһөйәрлек өлгөһө тип әйтергә мөмкин. Гүзәл заттарыбыҙ бөгөн дә легендар шәхестәребеҙҙең юлын лайыҡлы дауам итә. Махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән үк хәрби госпиталдәрҙә эшләй, гуманитар ылау әҙерләй.