Әсәй-өләсәйҙәр рецебы буйынса әҙерләнгән кейтеринг. Өфөнән Sun компанияһы өсөнсө йыл инде традицион аш-һыу тәҡдим итә. Үҙенсәлекле стилдә биҙәлгән ризыҡтар республика ойошма-предприятиелары араһында ҙур һорау менән файҙалана. Көнөнә улар 300-ләп кешене хеҙмәтләндерә ала. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Тап бала саҡтағы тәм һәр кемдең күңелен арбай ҙа инде. Төрлө ингредиенттарҙа тәҡдим ителгән ҡыҫтыбый мәҫәлән, әсәй-өләсәйҙәр рецебынан бер ҙә тайпылмаған. Гөлназ Һунарғолова кейтерингында улар тиҫтәләп төрҙә бешерелә. Бөтә продукт та тәбиғи, тәмле, телде йоторлоҡ.
Гөлназ Һунарғолова кейтеринг хеҙмәтен өс йыл самаһы алып бара. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙ баһаһын булдырып, даими клиенттар табырға ла өлгөргән. Эре компания-предприятиеларҙан күпләп заказдар ҡабул ителеүен иҫәпкә алғанда, компания 250-300 кешене хеҙмәтләндерә ала. Иң мөһиме кейтеринг бында һөйөү менән әҙерләнә.
Әйткәндәй, кейтеринг та клиенттың һорауы буйынса башҡарыла. Ниндәй традицион аш-һыуға өҫтөнлөк бирелгән, шул заказ биреүсенең өҫтәлен биҙәй. Килгән ҡунаҡтар хөрмәтенә ҡуйылған һый-хөрмәттән күңел дә, тамаҡ та туя.
Азат Ғәлиуллин