Башҡортостанда махсус хәрби операция геройҙары тураһында хәтер нығытыласаҡ

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм Еңеүҙе тылда яҡынайтыусылар тураһында хәтер нығытыласаҡ. Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе йыл йомғаҡтарын барланы. Матбуғат конференцияһында ойошманың төп ҡаҙаныштары һәм киләсәккә пландары тураһында билдәләнде. Ойошмала 230-ға яҡын ағза иҫәпләнә, республикала бүлексә 2013 йылдан бирле эшләй. Былтыр төбәктә ете урында уның бүлексәләре булдырылған. Йәмғиәт ғилми саралар, тарихи реконструкция фестивалдәре уҙғара. Былтыр хәрби-тарихи йәмғиәт ҡатнашлығында 4 документтар йыйынтығы һәм «Башҡортостан. Махсус хәрби операция геройҙары» китабы баҫылып сыҡты.