Ойошма етәксеһе Максим Волоцков белдереүенсә, төп маҡсат - яугирҙарға квалификациялы хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү, уларҙың законлы мәнфәғәттәрен яҡлау. Республика махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиков әйтеүенсә, ялған адвокат конторалары һәм юристарҙың проблемаларҙы шунда уҡ хәл итергә вәғәҙәләп түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү осраҡтары йышайҙы. Улар кеше ҡайғыһында аҡса эшләй. Яңы булдырылған штабта юристар һәм адвокаттар документтар әҙерләүҙә, кеше хоҡуҡтарын һаҡлауҙа, судтарҙа һәм дәүләт органдарында мәнфәғәттәрҙе яҡлауҙа ярҙам итә. Консультация биреү генә түгел, аныҡ ярҙам, - тине Оскар Ситдиков.