Башҡортостанда "Яңы эш" тигән программа ғәмәлгә ашырыла башланы

Маҡсаты - үҙ эшен башларға теләүсе махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеү. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Рөстәм Ғәлиев белдереүенсә, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Проект ветерандарҙы әүҙем эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге ярҙамында тыныс тормошҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Бөгөнгә 35 ҡатнашыусы һайлап алынған. Улар эшҡыуарлыҡ буйынса курстар үтә. Проект "Һөҙөмтәле һәм конкруентлы иҡтисад" милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла.