Республика журналистары фронтҡа ярҙам итә

Өфөлә махсус хәрби операция яугирына дрон тапшырылды. Артур 2022 йылда өлөшләтә мобилизация буйынса Ҡораллы көстәр сафына алынған. Уға тиклем “Бельские просторы” журналында художество мөхәррире булып эшләгән. Бөгөн яугир Запорожье өлкәһендә хәрби бурысын үтәй. Әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән коллегалар менән даими бәйләнештә торабыҙ. Яугирҙарға бергәләп ярҙам итәбеҙ”, - ти Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев һәм Башҡортостан Журналистар берлеге рәйесе Вәдүт Исхаҡов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Агентлыҡ һәм Журналистар берлеге иғлан иткән хәйриә акцияһы дауам итә. Һәр кем махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙарға ярҙам күрһәтә ала. Тулы мәғлүмәт менән социаль селтәрҙә танышырға була.