Республиканың махсус хәрби операция ассоциацияһы ҡарамағында ойошторолған штабта алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан ветерандарға төрлө йүнәлештә юридик ярҙам күрһәтеләсәк. Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта ышаныс булмаған адвокат конторалары яугирҙарҙан аҡса алып профессиональ күҙлектән ярҙам итмәгән осраҡтар артҡан. Яңы штаб дүшәмбенән йомаға тиклем эшләйәсәк. Бында Ватан һаҡсыларына юридик ярҙам бушлай күрһәтелә. Штабта документтарҙы теркәү, ветерандар хоҡуҡтарын яҡлау эше алып барыла. Төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса штаб филиалдары район-ҡалаларҙа ла асыласаҡ тип күҙаллана.