Башҡортостан тормош сифаты буйынса милли рейтингта бер баҫҡысҡа күтәрелеп 9-сы урынды яуланы

Стратегик башланғыстар агентлығы тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһен ил башлығы Владимир Путинға тәҡдим ителде. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә белдерҙе. Рейтинг халыҡтан һорау алыу, стстистика һәм геоаналитика күрһәткестәренә таянып төҙөлә. Йәмғеһе йәшәйештең төрлө өлкәләрен үҙ эсенә алған 12 йүнәлеш буйынса 149 күрһәткес иҫәпкә алына. Һуңғы йылдарҙа беҙ яҡшы динамика һаҡлайбыҙ. Былтыр тәүге ун төбәк исемлегенә индек, ә 2021 йылда ни бары 40-сы урында ғына инек. Был һандар артында идара итеүсе команданың күләмле һәм тынғыһыҙ эше тора. Әлбиттә республика халҡы уңайлы шарттарҙа йәшәһен, уҡыһын, эшләһен һәм балалар үҫтерһен өсөн артабан да бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, тигән Радий Хәбиров.