Башҡорт техникаһы экспортҡа юл ала

Үҫеш юлында. Өфөлә ҡаргиҙәр һәм квадрациклдар етештереүсе предприятие производство ҡеүәтен арттырып техниканы төрлө илдәргә һатыуға сығара башлаған.

«Алға» иҡтисади зонаһына ингән «Өфө» индустриаль паркында транспорт саралары Башҡортостан үҫеш корпорацияһы ярҙамында етештерелә. 6 йыл элек пилот проект буйынса ойошторолған «РБ Моторс» компания ҡаргиҙәрҙәре һәм квадрациклдары менән ҡотҡарыусылар, хәрбиҙәр, фермерҙар һәм туристар файҙалана. Ҡеүәтле һәм сифатлы техника Рәсәй буйынса ғына түгел, сит илдәргә һатыуға оҙатыла.

Беҙҙең техника күп тармаҡтарҙа файҙаланырға була. Бигерәк тә туристар, һунарсылар үҙебеҙҙә етештерелгән транспортта йөрөргә ярата. Был квадрациклдарҙа насар юлдарҙа ҡурҡмайынса йөрөргә була. Улар хатта һыуҙа йөҙөү өсөн дә яраҡлаштырылған. Ҡаргиҙәрҙә һәм квадрациклдарҙа йөк ташырға ла мөмкин.

Рөстәм Арыҫланов, Ойошманың техник директоры