Сирҙе алдан иҫкәртеүсе профилактик саралар беренсе планда. Йыл башынан Башҡортостанда 190 меңдән ашыу кеше диспансер тикшереү үткән. Республика табиптары пациенттарҙа 30 меңгә яҡын ауырыуҙы асыҡлаған. «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты буйынса һаулыҡты нығытыусы саралар комплексының һөҙөмтәле эше менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ҡыҙыҡһынды.
Йәшерәк сағында бик ныҡ иғтибар итмәһә лә, ҡырҡты үткәс Лиана Богданова һаулығына күберәк иғтибар бүлә башлай. Һәр хәлдә, диспансер тикшереүҙе яңы ҡағиҙә буйынса йыл һайын үтә. Ә 18 йәштән башлап пациенттар өс йылға бер тапҡыр күҙәтелергә тейеш. Был хроник инфекцион булмаған ауырыуҙарҙы һәм уларҙың үҫеш факторҙарын иртә асыҡлау өсөн мөһим булған комплекслы медицина тикшереүе.
Йыл башынан алып Башҡортостанда 190 меңдән ашыу кеше диспансеризация үткән. Уларҙың 23 меңдән ашыуы мидицина-ара тикшереүҙең икенсе тәрәнәйтелгән этабына йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә 30 мең самаһы кешелә тәүге тапҡыр онкология, шәкәр диабеты, ишемик йөрәк ауырыуы һәм туберкулез кеүек социаль хәүефле ауырыуҙар асыҡланған.Организмды даими тикшереү, тәү сиратта, үҙеңә кәрәк, ти Саҡмағош ауылында йәшәүсе Зәлиф Ғәзизов. Шуға ла йыл һайын диспансеризацияны ҡалдырмаҫҡа тырыша.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Сергей Новиков Сибай ҡалаһының ветерандар ассоциацияһы рәйесе. Яугир комплекслы медицина тикшереүен бер ҡасан да инҡар итмәй. Йыл һайын үтә. Яуҙаштарына ла был сараға етди ҡарарға кәңәш итә.
Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем, һәм һәр айҙың өсөнсө шәмбеһендә поликлиникаларҙың медицина профилактикаһы бүлексәләре пациенттарҙы диспансеризацияға ҡабул итә. Комплекслы медицина тикшереүе үтеү өсөн паспорт, ОМС полисы һәм снилс алыу етә.
Гүзәл Борханова