1 марттан илдә магазин һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәткән учреждениеларҙа алтаҡталар һәм мәғлүмәт билдәләре рус телендә яҙылырға тейеш. Яҙыуҙар дәүләт телдәре һәм Рәсәй халыҡтарының башҡа телдәрендә лә күрһәтелергә мөмкин, әммә урынлаштырыу һәм техник биҙәлеше буйынса рус телендәге мәғлүмәт менән тура килергә тейеш. Компания исеме һәм башҡа мәғлүмәт сит телдә яҙылған осраҡта, эргәһендә шулай уҡ рус телендәге варианты булыуы мотлаҡ. Мәғәнәһе буйынса ғына түгел, яҙылышы-шрифт, үлсәме, төҫө лә оҡшаш булыуы талап ителә. Рус телен йәмәғәт киңлегендә һаҡлауға йүнәлтелгән ҡануни үҙгәрештәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Өфөләге бөҙрәханаларҙың береһе бер ай дауамында алтаҡтаһыҙ эшләй. «Элит» һүҙе рус словарында юҡ, шуға күрә компанияның исемен алмаштырыу талап ителгән. Эшҡыуар Елена Ғәлиева билдәләүенсә, бөҙрәхана дүртенсе йыл эшләй, барлыҡ мәғлүмәттең үҙгәртеп яҙыласағы тураһында клиенттарға алдан хәбәр ителгән. 1 марттан йәмәғәт киңлегендә рус телен һаҡлау буйынса талаптар көсәйтелә. Яңы федераль закон үтәлешен бөгөндән үк хәстәрләргә ваҡыт.
Магазин, ресторан, кафе һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендәге башҡа учреждениеларға алтаҡталарҙы һәм башҡа мәғлүмәт билдәләрен яңы ҡағиҙәләр буйынса тура килтереп эшләү өсөн ярайһы уҡ ваҡыт бирелгәйне. «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау» тураһындағы законға үҙгәрештәр индереүгә бәйле федераль закон Дәүләт думаһы тарафынан былтыр июндә ҡабул ителде.
Дәүләт теле булараҡ, рус телендәге мәғлүмәт алтаҡтала беренсе булып яҙылырға тейеш. Сит телдәге текст менән ул мәғәнәһе, биҙәлеше буйынса ла тура килеүе шарт. Ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән осраҡта административ яуаплылыҡ та ҡаралған.
Төҙөлөш компаниялары эшмәкәрлегендә лә яңы ҡағиҙә индерелә. Уға ярашлы, торлаҡ комплекстары һәм төҙөлөш объекттарына бәйле коммерция атамалары хәҙер тик кириллица менән яҙылырға тейеш. Федераль законға индерелгән үҙгәрештәр ҡулланыусыларға, тәү сиратта, барлыҡ мәғлүмәт менән бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ танышыу мөмкинлеге бирәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина