Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында күренекле фольклорсы-ғалимә Фәнүзә Нәҙершинаның 90 йәшенә арналған киңәйтелгән ғилми ултырыш үтте. Сараның тап федераль үҙәктә ойошторолоуы осраҡлы түгел. Фәнүзә Айытбай ҡыҙы институтта эшләгән осорҙа фольклор ғилеме үҫешенә тос өлөш индерә. Ошо йүнәлештә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында беренсе булып докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Киңәйтелгән ғилми ултырыш уңайынан Фәнүзә Нәҙершинаның тормош һәм фәнни хеҙмәт юлына арналған рәсми докладтар тыңланды. Сығыш яһаусылар фольклорсы-ғалимәнең донъяуи кимәлгә сығарған хеҙмәттәренә айырым туҡталды. Улар араһында башҡорт риүәйәт-легендалары, мәҡәл-әйтемдәр төплө урын алған Шулай уҡ кисәлә фольклорсы-ғалимә Айгөл Хәкимйәнова тарафынан быйыл әҙерләнгән «Фәнүзә Нәҙершина. Рухи хазиналар эҙҙәре буйлап» исемле йыйынтығы электрон ресурста тәҡдим ителде.