Рәсәй саңғыһы Бөтә Рәсәй ярышы ете тиҫтәнән ашыу кешене берләштерҙе. Ҡатнашыусылар төрлө арауыҡҡа йүгергән бәйге ысын байрамға әйләнде.
«Рәсәй саңғы юлы»-ул спорт ярышы ғына түгел, ә һаулыҡ һәм әүҙем йәшәү рәүеше. 44-се тапҡыр үткән спорт байрамына 70-тән ашыу ҡатнашыусы йыйылды, улар араһында иң бәләкәй 8 йәшлек саңғысылар ҙа, тәжрибәле 71 йәшлек ветерандар ҙа бар ине.
Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында үткән ярышта ҡатнашыусылар саңғыла төрлө дистанцияларҙа үтте. Һәр кем үҙ көсөн, дәртен һынап ҡарарға, оҫталығын күрһәтергә тырышты.
Спорт менән шөғөлләнеү-ул хәрәкәт, ә хәрәкәттә-бәрәкәт. «Рәсәй саңғы юлы-2026» ярышында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек алды, сөнки был һаулыҡ, спорт һәм берҙәмлек байрамында еңеү төп маҡсат түгел, ә сәләмәтлек һәм ихтыяр көсө күрһәтеү.