Башҡортостан федераль проекттар үтәлеше буйынса алдынғы төбәктәр рәтендә

Был турала Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин белдерҙе. Төбәктәр үҫеше буйынса комиссия ултырышында видеоэлемтә аша Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡортостан "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" милли проекты буйынса 7 федераль программала ҡатнаша. Улар өсөн 18 миллиард 800 миллион һум ҡаралған. Аҡсаның ҙур өлөшөн федераль ҡаҙна бүлә. 2026 йылда республикала 152 йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтереү планлаштырылған.