Республикала гофротара етештереү буйынса предприятие эшләй башланы

Бөгөн Сәнәғәтте үҫтереү буйынса советтың киңәйтелгән ултырышында видеоконференция режимында “Добрый картон” компанияһының яңы заводы эшенә старт бирелде. Производствоға 1 миллиард 200  миллион  һум инвестиция йәлеп ителгән, 50 яңы эш урыны булдырылған. Гофрлы ҡағыҙ һәм ҡатырға,  һауыттар етештереү - яңы заводтың төп эшмәкәрлеге: Производство 4 технологик линиянан тора, ай һайын 5 миллион квадрат метрға тиклем гофрокартон сығарырға мөмкинлек бирә.