Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Уға ярашлы быйыл янғын хәүефе миҙгеле 18 апрелдән 25 октябргә тиклем була. Урман хужалығы министрлығына муниципалитеттарға, балалар ялы ойошмаларына биләмәләрҙе янғындан һаҡлау буйынса ярҙам күрһәтергә ҡушылған.