Баймаҡ районында «Өмөт бар» клубы вәкилдәре ауыл хакимиәте башлыҡтары менән осрашты

Өмөт бар. Баймаҡ районында ошо исем аҫтында эшләп килгән һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе берләштергән клуб вәкилдәре ауыл хакимиәте башлыҡтары менән осрашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

7-се йыл рәттән был өмөт үҙәге физик әүҙемлекте үҫтереүгә булышлыҡ итә һәм мохтаждарға кәрәкле социаль ярҙам күрһәтә. Инвалидтар йәмғиәте асыҡ ишектәр көнө үткәрә, ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһын да һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус йыһазландырылған үҙенсәлекле атмосфераһы менән танышырға саҡыра.

Һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләрҙе берләштергән «Өмөт бар» клубы вәкилдәре ауыл хакимиәте башлыҡтары менән осрашыу үткәрҙе. Унда инвалидтарҙың хоҡуҡтары тураһында һөйләшеү булды, борсоған мәсьәләләр хәл ителде.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр йәмғиәттә яңы көнгә ҡыуаныс менән бағып әүҙем тормош алып бара. Сөнки тап ошо сифаттар кешене кеше итә, донъяға изгелек тарата.