Аҡъяр мәктәбендә 70 уҡыусы «Юнармия» сафына бағышланды

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбендә 70 уҡыусыны «Юнармия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте сафына бағышлау тантанаһы үтте. Улар иҫәбендә-Аҡъяр, Бүребай һәм Подольск ауылдары уҡыусылары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәрәкәт үҙ эшен 10 йыл элек Рәсәй Ҡораллы көстәре министры инициативаһы менән башланы. Балалар тыуған илгә тоғролоҡ тураһында ант бирҙе. Йәш армия сафында булыу уҡыусыларҙа ихтыяр көсө, ҡаһарманлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләй.