Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ойошторолған тантаналы ултырышта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне. Төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткән бер төркөм яугирҙарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Хәрбиҙәрҙән тыш медиктар, ҡотҡарыусылар, водителдәр һәм башҡа һөнәр эйәләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Флүс Ғәлимов бер йыл хәбәрһеҙ юғалған яугир статусында иҫәпләнә. Күптән түгел суд ҡарары менән ул һәләк булған тип иҫбатлана һәм оло хөрмәт менән туған ерендә Белорет ҡалаһында ерләнә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан уның тормош иптәшенә Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Светлана Юныс ҡыҙы менән яугир 7 бала тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙың өлкән улы колледжда уҡый, кескәйҙәре балалар баҡсаһына йөрөй.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ойошторолған тантаналы ултырышта ил именлеге өсөн күп көс һалған граждандарҙы бүләкләне. Бөйөк Ватан һуғышында 1944 йылда һәләк булған Басир Рәхимов «Ҡаһарманлыҡ өсөн!» миҙалы менән бүләкләнгән булған. Уның наградаһын былтыр эҙәрмәндәр Беларусь республикаһының Витебский районында тапҡан. Радий Хәбиров миҙалды Басир Рәхимовтың ейәненә тапшырҙы.
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан залда төрлө милләт вәкилдәре һәм һөнәр эйәләре йыйылды. Уларҙы уртаҡ сифат берләштерә-тыуған илгә, һайлаған һөнәргә һөйөү һәм тоғролоҡ.
Башҡортостандан 15 кеше Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ. Уларҙың 9-на Ҡыҙыл йондоҙ һәләк булғандан һуң тапшырылған.
Ил тыныслығы, киләсәк быуын өсөн дошмандарға ҡаршы көрәшкән ата-бабаларҙың үлемһеҙ ҡаһарманлығы, батырлығы бөгөн алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән яугирҙар рухында. Уларҙың тоғролоғо, илһөйәрлеге быуындар аша ил тарихына яҙылған йылъяҙманың бер өлөшө булып тора.
Ф.Миһранова