Фиҙаҡәр хеҙмәткә-лайыҡлы баһа. Байрам алдынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды. Юғары исемдәр 60-тан ашыу кешегә бирелде. Улар төрлө һөнәр эйәләре. Тантаналы саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
500-ҙән ашыу йыр, меңдәрсә тамаша. Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың исеме тамашасыларға яҡшы таныш. Йырсы 40 йылдан ашыу сәхнәлә, гастролдәр менән Башҡортостанды ғына түгел, тотош Рәсәйҙе, хатта сит илдәрҙе урап сыҡҡан. Федераль кимәлдәге баһаны минән нығыраҡ әсәйем көттө, ти ул.
Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры Рәхим Мерәҫов донъя кимәлендә танылған ғалим, 30 йылдан ашыу диссертация советын етәкләй. Уның етәкселегендә 14 докторлыҡ, тиҫтәләрсә кандидатлыҡ эше яҡланған. Рәхим Зәки улы фәнни эшмәкәрлек менән бер рәттән студенттарҙы ла уҡыта.
Бүләкләнеүселәрҙең һәр береһе тураһында айырым һөйләргә мөмкин. Бөтәһе лә үҙ һөнәренең оҫтаһы, фиҙаҡәр хеҙмәте менән төбәк үҫешенә тос өлөш индерә.
Бүләкләнеүселәр араһында билдәле шәхестәр, муниципаль берәмек, предприятие, ойошма етәкселәре генә түгел, ябай хеҙмәт кешеләре лә, махсус хәрби операция яугирҙары ла байтаҡ. Мәҫәлән, Фәғит Латипов алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан, ә Таңһылыу Әсәҙуллина-заводта токарь, 40 йылдан ашыу станок артында.
Бүләкләнеүселәр әйтеүенсә, юғары награда башҡарылған эштәргә баһа ғына түгел, яңы үрҙәргә этәргес тә. Хеҙмәтеңдең юғары баһаланыуы күңелгә көс, дәрт өҫтәй.
Рәмзиә Кәримова