«Алға» айырым иҡтисади биләмәһенең «Өфө» индустриаль паркында-яңы производство. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Сәнәғәтте үҫтереү буйынса советтың киңәйтелгән ултырышында ҡатнашып, видеобәйләнеш аша гофротара производствоһы буйынса яңы завод эшенә старт бирҙе. Дөйөм инвестициялар күләме-1 миллиард 200 миллион һум тәшкил иткән. Көнбайыш баҫымына ҡарамаҫтан, республика сәнәғәт предприятиелары етештереү ҡеүәттәрен арттырып, системалы һәм һөҙөмтәле эш алымдары менән ил иҡтисады үҫешенә тос өлөш индерә. Сәнәғәт кооперацияһы, федераль ярҙам саралары, кадрҙар менән тәьминәт мәсьәләләренә арналған эшлекле һөйләшеү һөҙөмтәләре тураһында киләһе сюжетта.
2014 йылдан Өфө районында гофрировкалы ҡағыҙ һәм ҡатырға, ҡағыҙ тара һәм төрөү материалдары етештергән предприятие етәкселеге «Инвестиция сәғәте»ндә хупланған проектты тормошҡа ашырып, производство ҡеүәтен ике тапҡырға арттырҙы. «Өфө» индустриаль паркы биләмәһендәге яңы завод айына 10 млн квадрат метрға тиклем гофротара етештерә ала. Сәнәғәт объекты төҙөлөшө ике йыл ярым дауам иткән, 50 яңы эш урыны булдырылған.
Яңы производство майҙансығы эшенә видеобәйләнеш аша Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров старт бирҙе. Сәнәғәтте үҫтереү буйынса совет ултырышында ил иҡтисады өсөн ябай булмаған осорҙа ла етештереү ҡеүәттәрен арттырыу, производство инфраструктураһын нығытыу буйынса системалы эш алып барылыуы билдәләнде. Республика предприятиелары Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы линияһы буйынса тормошҡа ашырылған дәүләт программаларында әүҙем ҡатнаша. Сәнәғәтте үҫтереү фонды менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Башҡортостан индустриаль парк һәм сәнәғәт технопарктары иҫәбе, кластерҙар үҫеше кимәле буйынса ла ил төбәктәре араһында алдынғылар исемлегендә.
Сәнәғәтте үҫтереү буйынса совет ултырышында Дәүләт Думаһының төбәк сәйәсәте һәм урындағы үҙидаралыҡ комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Морозов та ҡатнашты. Үҙ сығышында ул Башҡортостан сәнәғәт комплексының квалификациялы кадрҙар менән тәьмин ителеү мәсьәләһендә өлгө булыуын билдәләне. Мәғариф-производство кластерҙары ойошторолоуы-уңышлы башланғыстарҙың береһе.
Республика нефть һәм химия, электр энергетикаһы, машиналар төҙөлөшөндә юғары компетенциларға эйә. Тармаҡтағы барлыҡ көстәр технологик суверенитетты тәьмин итеү, производствоны роботлаштырыу һәм һанлаштырыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса ил президенты тарафынан ҡуйылған яуаплы бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелгән.