Был турала төбәк етәксеһе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә белдергәйне. Медицина учреждениеһы былтыр Рәсәйҙә госпиталдәр араһында иң яҡшыһы тип танылды. Бөгөн госпиталдә реабилитация үтеүсе махсус хәрби операция ветерандарын Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Әле ҡасан ғына ул үҙе яугирҙар ғүмерҙәрен ҡотҡарһа, хәҙер үҙенә ярҙам кәрәк. Ирек Ғаязов махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китә. Өфөлә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ойошмаһында эшләп йөрөгәндә 2023 йылдың июнендә ил һағына баҫҡандар сафына инә. «Даян Мурзин» исемендәге батальонда фельдшер-прапорщик булып хеҙмәт итә. Яу яланында яралыларға беренсе медицина ярҙамы күрһәтә. 2024 йылдың ғинуарында эвакуация ваҡытында үҙе лә ҡаты яралана.
Махсус хәрби операцияла һул ҡулына һәм аяғына контузия алған Ирек Ғаязов республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендә реабилитация үтә. Әле бында утыҙға яҡын яугир һаулығын нығыта. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры улар менән аралашып яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.
Госпиталдә махсус хәрби операцияла юғары технологиялы, комплекслы медицина һәм психологик ярҙам күрһәтелә. Кемдер төҙәлгәндән һуң йәнә яу яланына юлланасаҡ, кемдер тыуған ерендә үҙ эшен дауам итә.
Госпиталгә Афған һуғышы ветерандары ла даими реабилитацияға килә. Мәләүез районында йәшәүсе Рауил Мөрҙәшев 1981 йылда армияға алынғандан һуң Афған уты аша үткән.
Башҡортостан башлығы Республика һуғыш ветерандары госпиталенә герой-медик Михаил Владимирович Каменев исемен биреү тураһындағы медицина йәмәғәтселегенең башланғысын хупланы. Был турала Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе.
Михаил Каменев 2002 йылдан Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында эшләй. Торакаль хирург 2023 йылдың яҙында, яралыларға һәм ауырыуҙарға ярҙам итеү өсөн үҙ теләге менән Донбасҡа юллана.
Михаил Каменев контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инә, медицина взводы менән командалыҡ итә. 2023 йылдың яҙында яралы яугирҙарҙы эвакуациялағанда батырҙарса һәләк була. Ҡаһарман ғүмере үҙе йәшәгән йылдар менән генә иҫәпләнмәй. Меңдәрсә кешене аяҡҡа баҫтырған медицина учреждениеһына республиканың ғына түгел,илдең лайыҡлы улы исеме бирелеүе был хәтерҙе тағы ла нығытасаҡ.
Рәмилә Исмәғилева