Берәүҙәр гуманитар йөк йыя, икенселәре уны ваҡытында килтереү өсөн яуаплы. Ватанды һаҡлаусылар байрамы алдынан махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылау ебәреүҙә ярҙам иткәне өсөн 29 ирекмән бүләкләнде. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Туймазы ҡалаһындағы ирекмәндәр клубы үҙ эшмәкәрлеген 2022 йылдың ноябрендә башлай. Тәүҙә тик маскировка селтәрҙәре үрәләр. Бының өсөн станок йыһазладырып алалар, махсус туҡыма урынына түшәк ҡалдыҡтары, кейем ҡулланалар. Маскировка селтәре үреүҙең схемаһына төшөнөп алыу ҙа ваҡыт һәм көс талап итә. Әле ирекмәндәрҙең оҫта ҡулдарынан күҙ эйәрмәй. Ошо ваҡыт эсендә улар ҙурлығы буйынса 17 футбол майҙанына тиң маскировка селтәре үреп алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан. Бынан тыш, 15 автомобиль, тепловизор, ағас материалдары һәм башҡалары. Барыһын һанап та бөтөрлөк түгел, иң мөһиме-йөрәк йылыһы, доғалар уҡып әҙерләнгән әйберҙәр, ти ирекмәндәр клубы етәксеһе Рәзифә Маннапова.
Республиканың Хөкүмәт йортонда гуманитар ылау туплауҙа ярҙам итеүсе ирекмәндәр һәм уларҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатып барыусылар бүләкләнде. «Башҡортостандың ышаныслы тылы» төркөмө бер ҙур ғаиләгә әйләнгән. Эш эшләгәндә генә түгел, ял иткәндә лә бергә. Бүләкләү сараһында уларҙың хеҙмәте Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Махсус хәрби операция башланғандан алып ирекмәндәр 20 тонна ярҙам ебәргән.
Һәр кемдең үҙ яҙмышы, әммә барыһын да алғы һыҙыҡта булғандарға ярҙам итеү теләге берләштерә. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов яҡынлашып килгән байрамдар менән ҡотлап, «Махсус хәрби операцияға ярҙам өсөн» миҙалдары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемендәге батальон етәкселеге гуманитар ярҙам туплауҙа һәм уны ташыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн Федоровка районының «Һалдаттар өсөн тегәбеҙ» төркөмө һәм Уҙытамаҡ янғын часенә үҙ рәхмәтен еткерҙе.
2022 йылдан алып Башҡортостандан фронтҡа 172 гуманитар колонна оҙатылған. Ә ирекмәндәрҙең айырым сәфәрҙәре һанап бөткөһөҙ. Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса күләмле эш дауам итәсәк.
Әлфинә Килдейәрова