БСТ «Мостайҙың алтын мираҫы» проекты фильмдарын Халыҡ-ара тыуған тел көнөнә тәҡдим итә

Халыҡ-ара тыуған тел көнө уңайынан БСТ каналы билдәле тележурналист, телевидение академигы Шәүрә Ғилманованың алтын фондҡа ингән фильмдарын тәҡдим итә.

Иртәгә, шәмбе иртәнге сәғәт 8 тула 15 минутта «Бәлки, ҡалыр ошо ораным» тип исемләнгән автопортретты ҡарағыҙ. Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Мостай Кәрим үҙенең туған теле, шәжәрәһе, тыуған ауылы Келәш, башҡорт милләтенең киләсәге тураһындағы уйланыуҙарында күп һорауҙарға яуап һәм быға тиклем яңғырамаған ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табырһығыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Шәүрә Ғилманованың «Мостайҙың алтын мираҫы» тип аталған проектынан теҙмә һәр шәмбе иртәнге 8 тула 15 минутта эфирға сыға. Ә 23 февраль-Ватан һаҡсылары көнөндә ошо уҡ ваҡытта яуғир-шағир Мостай Ҡәримдең «Һуғыш», «Тыныслыҡ», «Еңеү» тигән төшөнсәләргә ҡарашы яҡтыртылған фильм күрһәтелә.