Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы быйыл үҙенең юбилейын билдәләй

15 йыл эсендә меңдән ашыу инвестиция башланғысын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан. Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы быйыл үҙенең юбилейын билдәләй. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә яҙҙы. Был мөһим структураның төп бурысы- республикаға килем индерергә теләүсе инвесторғарға һәр яҡлап та ярҙам итеү, уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡулай шарттар тыуҙырыу. Был эшмәкәрлек яҡшы алып барыла. 

Беҙҙең үҫеш корпорацияһы ҡулланған һөҙөмтәле алымдар башҡа төбәктәргә лә таратыла. Инвестиция майҙансыҡтары буйлап виртуаль турҙар, инвестиция картаһы булдырыу кеүек эш инструменттары юғары баһа алды. Беҙгә күләмле халыҡ-ара проекттар ҙа ышаныс белдерә. Тап Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын булдырыуға яуаплы. Өфө индустриаль паркы, «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе лә уларҙың идаралығында. Әле күләмле майҙансыҡтарҙа 100 миллиард һумлыҡ инвестициялар индергән 44 резидент иҫәпләнә. Шул иҫәптә ил етәкселеге импортты алмаштырыуға, дәүләттең технологик суверенитетын тәьмин итеүгә ҡуйған бурыстарҙы үтәүсе производстволар. Республиканың үҫеш корпорацияһы беҙҙең ышаныслы һәм төп партнерыбыҙ, тип яҙған Радий Хәбиров.