Ике аҙна отпуск бик ҡыҫҡа, әммә хәрбиҙәр өсөн түгел. Махсус хәрби операцияла сынығыу алған яугирҙар ваҡыттың ҡәҙерен белә һәм үтә лә һөҙөмтәле уҙғара. Ғаилә, яҡындарҙы күреү, йорт-ҡаралтыны барлауҙан тыш, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашып өлгөрә. Ялға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙең күптәре үҙ мәктәптәрендә «Батырлыҡ дәрестәрендә», илһөйәрлек акцияларында ҡатнаша. Киләсәк быуында патриотизм тойғолары тәрбиәләү ҙә ватанды һаҡлау. Яугирҙар тыныс күңел һәм рухи күтәренкелек менән йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды.