Был турала матбуғат конференцияһында төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдерҙе. Кампус төҙөлөшөндә стилобат өлөш, биналарҙа ҡаттар һәм башнялар ҡоролған. Төҙөлөш майҙасығындағы эш барышы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы
Кампус төҙөлөшөнөң икенсе сираты 50 процентҡа әҙер. Әлеге ваҡытта был төбәктәге иң ҙур төҙөлөш обьекты. Бынан тыш быйыл яҡынса 3 миллион квадрат торлаҡ сафҡа индерелеүе көтөлә. Шәхси йорттар төҙөлөшөндә ер һатып алыу бер ни тиклем кәмеәйсәк. Был хаҡта матбуғат конференцияһы барышында төбәктең төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов белдерҙе. Шулай уҡ төбәктә һыу ағыҙыу һәм һыу менән тәьмин итеү проекттарын тормошҡа ашырыу, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф объекттарын төҙөү дауам итә.
Студент-ара кампус төҙөлөшө йылдам темптар менән башҡарыла. Республканың юғары мәктәбе өсөн төҙөлгән күләмле проекттың Дельта-1, Дельта-2 башнялары ярустары күтәрелгән.Улар архитектура комплексында 11 ҡатлы иң тәпәш ҡоролмалар. Әлеге ваҡытта биналарҙың сарҙаҡ өлөшө лә ҡорола. Буласаҡ ҡыйыҡтың конфигурацияһын да төҫмөрләргә мөмкин.
Монтажсыларға тағы ла тиҫтәләгән ошондай сымдар киҫергә кәрәк. Яҡында ғына арматура ҡырҡыла һәм металл конструкция иретеп-йәбештерелә. Көн һайын өҫкә тонналап төҙөлөш материалдары күтәрелә. Объектта йәмғеһе ете кран эшләй. Ҡалған майҙандаҙа ла параллель рәүештә төҙөлөш эштәре йәйелдерелгән. Обьектта ете йөҙҙән ашыу белгес эшләй. Улар биналарҙа стеналар бүлә, инженер комуникациялары, электр селтәрҙәре һуҙа, биҙәү эштәрен башҡара.
Киләһе аҙнала «Урал төҙөлөш индустрияһы» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында һәм «Күсемһеҙ милек»күргәҙмәһендә Башҡортостан потенциалы менән таныштырасыаҡтар. Унда йөҙгә яҡын компания ҡатнашасаҡ. Башҡортостанда төҙөлөш өлкәһендә кадрҙарға ихтыяж ҙур. Йәш белгестәр колледж һәм юғары уҡыу йорттары стеналарында белем алғандан һуң, тыуған төбәгендә юғары эш хаҡы түләнгән эш таба ала. Обьект файҙаланыуға тапшырылғандан һуң 100 мең квадрат метр майҙанда студенттар һәм йәш ғалимдар инновацион алымдар ярҙамында яңы проекттарҙы тормошҡа ашыра аласаҡ.
Төҙөүселәр монолит эштәрен июль аҙағына тамамларға ниәтләй. Ә студент кампусының тирә-яғын төҙөкләндереү май айында уҡ башланасаҡ. Республикалағы төп төҙөлөш проекты йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова