Яңы идеялар тыуыр, һәләттәр асылыр, хыялдар тормошҡа ашыр урын. Әбйәлил районы Байым ауылы мәктәбендә «Скилл» үҫмерҙәр киңлеге асылды. Бында йәштәр буш ваҡытын файҙалы үткәрә ала. Эшмәкәрлек йүнәлештәрен уҡыусылар үҙҙәре билдәләгән. Һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса балаларҙың күбеһе тикшеренеү алып барырға, видеоконтент булдырырға һәм журналистика менән шөғөлләнергә теләгән.
Байым ауылындағы үҫмерҙәр киңлеге Тимченко хәйриә фонды ярҙамында асылды. «Ғаилә» көнсығыш район-ара үҙәге фонд тарафынан ойошторолған «Мөмкинлектәр мөхите» конкурсында еңеү яуланы. Уның маҡсаты бәләкәй биләмәләрҙә йәшәүсе балаларға үҙҙәрен ишеткән кеүек тойорға, үҙ фекерен иркен әйтергә һәм ҡарарҙар ҡабул итеүгә йоғонто яһарға булышлыҡ итә.