Башҡортостанда экскурсоводтарҙың һөнәри көнө киң билдәләнә

Бөтә донъя экскурсоводтар көнө билдәләнде. 1990 йылда ойошторолған һөнәри дата Башҡортостанда ла киң үткәрелә. Республикала ул төрлө тармаҡтарҙа махсуслашҡан. Бигерәк тә, тарихи ҡалаларға сәйәхәт туристар араһында ҙур һорау менән файҙалана. Өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләгән, тәжрибәле белгестәр ҙә етерлек. Флора Усманова улар иҫәбендә. Ул экскурсиялар ойоштороу менән 1960 йылдарҙан шөғөлләнә.

Әйткәндәй, ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, экскурсоводтар квалификация үтергә лә бурыслы. Әлеге ваҡытта республикала 100-ҙән ашыуы аттестация үткән дә инде. Ошо рәүешле, белгестәр үҙҙәренең һөнәри әҙерлеген һәм юғары кимәлдәге экскурсиялар үткәреү һәләтен раҫлаған. Аттестация Башҡортостан башлығы ҡарамғындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы базаһында тест үтеүҙе һәм телдән квалификация имтиханын тапшырыуҙы күҙ уңында тота. Документ республикала экскурсия эшмәкәрлеген алып барыу хоҡуғын бирә. Кире осраҡта ҙур күләмдә штраф янай. Шулай уҡ, экскурсоводтар һәм гид-тәржемәселәр QR-кодлы бейдж менән эшләргә бурыслы. Федераль реестрға һылтанмала белгес тураһында тулы мәғлүмәт бирелгән. Гидтар квалификацияһын биш йылға бер тапҡыр раҫларға тейеш.