Иҫке Сибайҙа Атайҙар ҡоро быймала хоккей турниры ойошторҙо

Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында Атайҙар ҡоро «Ҙур һәм татыу ғаилә йылы» уңайынан быймала хоккей турниры ойошторҙо.

Ярышта үҫмерҙәр, йәштәр һәм атайҙарҙан тупланған 4 йыйылма команда көс һынашты. Күңелле көйҙәр аҫтында уйын бик дәртле һәм сәмле барҙы. Турнирҙа тәжрибәле уйынсылар һәм боҙға тәүгә сығыусылар ҙа берҙәй ихтыяр көсө күрһәтте. Көйәрмәндәр ярышта ҡатнашыусыларҙы хупланы, дәртләндерҙе.

Быймала хоккей уйынында еңеүселәр грамота һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Рухи һәм физик яҡтан файҙалы ялға килгән һәр кем күңел асып, яҡшы кәйеф алып ҡайтты.

Р.Ғүмәрова