Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды. 23 февраль-заман шарттарында айырыуса изге мәғәнәғә эйә. Рәсәй ир-егеттәрен, олоһон кесеһен, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙы туған илгә һөйөү менән берләштергән байрам республика район-ҡалаларында ла илһөйәрлек рухында ойошторолдо. Өфөлә легендар комдив мемориалына йыйылған яугирҙар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре байрамдың көнүҙәк әһәмиәтен билдәләне.