Ватан һаҡсылары көнө уңайынан Республика Хөкүмәте ағзалары тимер юл вокзалы янындағы Яуға киткән яҡташтар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалға сәскә һалды. Тап ошо урындан республика халҡы меңәрләгән улын яуға оҙатҡан. Төрлө ведомство етәкселеге, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, тыл һәм хеҙмәт ветерандары Башҡортостан һалдаттары ҡаһарманлығын иҫкә алды.