Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Иглин районы мәҙәниәт йортонда тантаналы йыйылыш үтте. Илһөйәрлек сараһында хәрби бәрелештәр һәм махсус хәрби операция ветерандары, яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, йәш армеецтар менән йәш шайморатовсылар ҡатнашты. Муниципалитет етәкселеге алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ күрһәткән бер төркөм хәрбиҙәргә орден-миҙалдар тапшырҙы, һәләк булғандан һуң награда менән билдәләнеүселәр ҙә бар. Ысын геройҙар тәрбиәләгән ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.
Тантаналы сара концерт программаһы менән тамамланды. Сәхнәгә хәрбиҙәр үҙҙәре лә сығып, бөгөн айырыуса берҙәм булыу мөһимлеген билдәләне.