Ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм намыҫ байрамы. Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы байрам үтте. Ил һағында тороусыларҙы тәбрикләү сараһынан киләһе репортаж.
Һәр дәүерҙең үҙ геройҙары. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантанаға Афған, Чечня яу юлдарын үткән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар саҡырылды. Баймаҡ районы хакимите башлығы Азамат Иҙрисов тыныслыҡтың ҡәҙерен айырыуса яҡшы аңлаған һәм беҙҙең тыныс күк йөҙө өсөн хеҙмәт иткәндәрҙе тәбрикләне.
Ир-егеттәр хәрби наградаларын махсус осраҡтарҙа ғына кейә. Был байрам-тап шул мәл һәм уларҙың һәр береһе өсөн ул айырыуса әһәмиәтле. Ватанға оло намыҫ менән хеҙмәт иткән, район халҡының именлеге һәм хоҡуғы һағында тороусы ил батырҙарына маҡтау грамоталары тапшырылды.
Ватанды һаҡлаусылар көнө, ул-көс, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, түҙемлек, мәрхәмәтлелек һәм тыуған ереңә ҡарата тоғролоҡ, үҙ илен яҡлау өсөн сафҡа баҫҡан батырҙарҙы хөрмәтләү һәм хәтер билдәһе. Көслө заттарға район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, бай йөкмәткеле, сағыу, рухлы байрам концерты бүләк итте.