Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған фехтование турниры үтте

Республиканың фехтование буйынса спорт әҙерлеге үҙәгендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған асыҡ команда беренселеге үтте. Ярыш 10 һәм 12 йәшкә тиклемге малай-ҡыҙҙар-барлығы йөҙҙән ашыу спортсы араһында уҙғарылды. Берәүҙәр шпага, икенселәр рапира менән оҫта эш итеп, команда зачетында уңышҡа өлгәште, еңеүселәр һәр йәш категорияһында айырым билдәләнде. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Башҡортостандың фехтование буйынса олимпия резервы спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре, улар баш ҡаланың төрлө спорт залдарында шөғөлләнә.

Башҡортостандың фехтование буйынса спорт әҙерлеге үҙәге стеналарында байрам уңайынан илһөйәрлек концерты уҙҙы, шулай уҡ йәш спортсылар араһында ойошторолған һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Сара сиктәрендә ижади эштәр күргәҙмәһе лә үтте.

Республиканың фехтование үҙәгендә спорт менән шөғөлләнеү, күнекмәләр яһау, республика, ил кимәлендәге ярыштар уҙғарыу өсөн заманса шарттар булдырылған. Көслө тренерҙар составы эшләй. Үҙәк асылыу менән фехтование буйынса яңы спорт ҡаҙаныштарына ирешеүгә яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килде.

Лира Грушина, Башҡортостандың фехтование буйынса спорт әҙерлеге үҙәге директоры