Өфөлә Даян Мурзин исемендәге хоккей турниры үтте

Өфөлә билдәле «Ҡара генерал», Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Даян Мурзин исемендәге хоккей турниры үтте. Ярыш Ватанды һаҡлаусылар көнө байрамы алдынан Спорт һарайында старт алды. Хоккей турнирында 10 йәшлек спортсылар ҡатнашты. Улар Рәсәйҙең төрлө төрлө төбәктәренән йыйылған. Кубок өсөн «Өфө», «Салауат Юлаев», «Авангард» һәм «Металлург» хоккей командалары көрәште.

Үҙебеҙҙең проектар сиктәрендә илһөйәрлек турнирҙары, күсмә оҫталыҡ дәрестәре ойошторабыҙ. Уларҙа беҙ үҫеп килгән быуынға Бөйөк Ватан һуғышы, махсус хәрби операция геройҙары тураһында һөйләйбеҙ.

Дмитрий Цыбин, «Өфө» хоккей клубы директоры