Республика Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Дыуан һәм Салауат райондарындағы ике участка төҙөкләндерелә. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” проектына ярашлы башҡарыла. Асфальт ҡатламы яңыртыла, юл ситтәре нығытыла, һыҙаттар төшөрөлә. Ведомство етәксеһе Любовь Минакова әйтеүенсә, юл Башҡортостанды Силәбе һәм Свердловск өлкәләре менән тоташтыра. Шулай уҡ М-5 “Урал” һәм М-12 “Восток” федераль трассаһына алып сыға. Объект аша туристар ҙа күп йөрөй. Улар “Янғантау” геопаркы, “Салауат ере” комплексына бара. Юлдан тәүлегенә 3 мең ярымдан ашыу машина үтә. Быйыл Кропачев — Мәсәғүт — Ачит трассаһында Әй йылғаһы аша 300 метрлы күпер ҙә тәртипкә килтерелә. Ул йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.