Илдә 22 миллион кеше үҙенә кредит алыуға тыйыу ҡуйған

Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин ошо турала белдерҙе. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә мутлашыу осраҡтары 40 процентҡа кәмегән. Кредит һәм займдар алыуға сикләү Дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡуйыла. Быны шулай уҡ Күп функциялы үҙәктәрҙә эшләргә була. Башҡортостанда 610 мең кеше ошондай мөмкинлек менән файҙаланған.