Янғын иҫкәртеү приборы кеше ғүмерен ҡотҡара

Республикала һыналған проект буйынса заманса ҡоролмалар тапшырыла. Улар ярҙамында 1 мең 300ҙән ашыу кеше ғүмере һаҡлап ҡалынған. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса  дәүләт комитеты  рәйесе Кирилл Первов белдерҙе. Янғын иҫкәртеү приборҙары менән тәьмин итеү эше федераль кимәлдә юғары баһаланған. Проект Стратегик башланғыстар агентлығының "Уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу" номинацияһында еңеү яулаған, илдең башҡа төбәктәрендә лә ҡулланырға тәҡдим ителгән.