"Башҡортостан геройҙары"нда ҡатнашыусылар "Патриот" паркына йыйылды

"Башҡортостан геройҙары" программаһында ҡатнашыуға  ғаризалар ҡабул ителә  башлауға  теүәл бер йыл.  Бөгөн  финалға  сығыусылар  "Патриот" паркына йыйылды.  Өсөнсө  этап  11 көн дауам итә.  Ветерандар  "Төбәк һәм  муниципаль идара" темаһын өйрәнә.  Биләмәләр үҫеше,  социаль һәм  йәштәр сәйәсәте буйынса  белем ала. - "Башҡортостан геройҙары" "Геройҙар дәүере" федераль проекты дауамы  булып тора.  Беҙҙең маҡсат Тыуған яғына әйләнеп  ҡайтыусыларҙы тыныс тормошта  хеҙмәткә  йәлеп итеү, - ти Радий  Хәбиров.