Әле уны ойоштороу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Был турала Радий Хәбиров Тажикстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Давлатшо Гулмахмодзода етәкселегендәге делегация менән осрашҡанда белдерҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Тажикстан элек-электән төп партнерҙарҙан һанала. Әле лә яҡтар тығыҙ хеҙмәттәшлек һәм сауҙа итеүгә көйләнгән.
Осрашыуҙа хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтеү юлдары барланды. Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркының барлыҡҡа килеүе лә был эшмәкәрлекте тиҙләтәсәк кенә. Ике дәүләт араһында барлыҡҡа киләсәк сәнәғәт майҙансығын төҙөүҙә Башҡортостан төп ролде башҡара. Яҡтар индустриаль парктың хоҡуҡи нигеҙҙәре тураһында фекер алышты.