Башҡортостанда декретҡа сыҡҡан ирҙәр һаны аталды

Социаль фондтың республика бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә,  23 мең 600 кеше йәш ярымға тиклем сабый ҡарау буйынса пособие ала. Уларҙың 5 мең ярымы ирҙәр.  - Күп осраҡта бындай түләү әсәйҙәргә тәғәйенләнә, атайҙар, өләсәй-олатайҙар һәм  опекундарҙың да шундай хоҡуғы бар. Түләү суммаһы уртаса эш хаҡының  40 процентына тиң була.