Башҡортостан хөкүмәтендә Йылайыр районын үҫтереү программаһы әҙерләнә

Был турала бөгөн премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Стратегик документ үтәлешен Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин контролдә тота, ул районда куратор була. Төбәктең иҡтисади хәле ыңғай баһалана. Бында 236 миллион һумға 15 инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла. Республика Башлығы һәм  хөкүмәт  район үҫеше  буйынса  тиҫтәгә  яҡын бурыс билдәләгән.