Өфөлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы отряды эшмәкәрлеген йомғаҡланы

Былтыр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө отряды хеҙмәткәрҙәре 70 кешене, шул иҫәптән 16 баланы ҡотҡарған. Был отряд ярты быуаттан ашыу хәүефһеҙлек һағында тора. 2025 йылды йомғаҡлау сараһында кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ҡотҡарыусылар бүләкләнде, төп ваҡиғалар иҫкә төшөрөлдө, техника паркы тикшерелде. Ведомство-ара эшмәкәрлекте үҫтереү сиктәрендә йыл һайын оператив ғәмәлдәрҙе камиллаштырыу буйынса күнекмәләр ойошторола. Йыл башынан алып ошондай ике сара үткән.

Һеҙ ысын Ватан һаҡсылары, халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡотҡараһығыҙ. Республикабыҙ хәүефһеҙ һәм уңайлы булһын өсөн ҙур өлөш индерәһегеҙ. Күптәрегеҙҙе шәхсән беләм, һеҙ-ысын профессионалдар.

Кирилл Первов, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе