22 йәшлек «Субару» водителе Өфөләге Мостай Кәрим һәйкәленең гранит ҡоймаһына бәрелгән

Бөгөн иртән 22 йәшлек «Субару» водителе Өфөләге Мостай Кәрим һәйкәленең гранит ҡоймаһына бәрелгән. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәгән.

Видеокүҙәтеү камераларына төшөрөлгән яҙманан күренеүенсә, юғары тиҙлектәге иномарка тәүҙә Ленин һәм Киров урамдары киҫелешендәге светофорҙың ҡыҙыл утына үтә. Мостай Кәрим урамында ла тиҙлеген кәметмәй халыҡ шағирының мемориалына барып һуғыла. Транспорт хужаһы медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарҡан. Асыҡланыуынса, быға тиклем ул эскән килеш руль артына ултырып, водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән булған. Инспекторҙар был юлы ла уның иҫерек хәлдә булыуын фаразлай. Ҡабаттан хоҡуҡ боҙған өсөн енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.