Өфөлә «Велокурьер» профилактик акцияһы сиктәрендә дүрт көн эсендә 75 велокурьер яуаплылыҡҡа тарттырылған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы тарафынан иғлан ителгән сара ике тәгәрмәсле транспорт менән идара итеүселәрҙе иҫкәртеү маҡсатында ойошторолдо. Йыл башынан курьер хеҙмәтендә эшләүселәр ҡатнашлығында 3 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 2 кеше зыян күргән. Ошо маҡсатта инспекторҙар велокурьерҙарҙан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар ҡулланыу кәрәклеге хаҡында иҫкәртте.