Махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә арналған сарала хужаларҙан тыш, Пермь крайы, Татарстан һәм Удмурт республикалары вәкилдәре ҡатнашты. Ҡарлы трассала алғы, артҡы һәм тулы приводлы техникалар осрашты. Мауыҡтырғыс ярыштарҙы ҡарарға 500-ҙән ашыу тамашасы йыйылды. Көйәрмәндәр өсөн пилоттар юғары класлы тамаша бүләк итте. Тәжрибәле автоһәүәҫкәрҙәр төрлө ҡатмарлыҡтағы трассаны яуларға әҙер ине. Автоһабантуй сағыу спорт байрамына һәм ысын ғаилә ваҡиғаһына әүерелде. Ярыштарҙан һуң һәр кем һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте, байрам концертын ҡараны.